Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт башлығын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреү алдынан, был һайлауҙарҙың алдағы йылдарҙа илдең үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаясағын һыҙыҡ өҫтөнә алып, рәсәйҙәргә мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы рәсәйҙәрҙе тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. “Иртәгә, 15 мартта, беҙҙең бөтә ҙур илебеҙҙә һайлау участкалары асыла: Рәсәй президентын һайлау буйынса өс көнлөк тауыш биреү башлана. Ул Рәсәйҙә һигеҙенсе тапҡыр үтә, был демократик дәүләттең төп принциптарының береһе – һайлауҙарҙың даимилығының ҡаҡшамаҫлығын күрһәтә. Уларҙың һөҙөмтәһе алдағы йылдарҙа илдең үҫешенә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Был мөһим, иҫ киткес яуаплы ваҡиға”. Рәсәйҙә властың берҙән-бер сығанағы халыҡ булып тора, тип билдәләне Президент. Рәсәйҙәргә тауыш бирергә генә түгел, ә “Рәсәйҙең киләсәктәге үҫешенә үҙеңдең ихтыярыңды, шәхси ҡатнашлығыңды ҡәтғи белдерергә тура киләсәк, сөнки һайлауҙар – киләсәккә аҙым. “Беҙ Рәсәйҙең суверенлығын һәм хәүефһеҙлеген, азатлығын һаҡлап, үҙебеҙҙең ҡиммәттәребеҙҙе,