Кемдер өсөн пластик шешә һәм ҡатырға кәрәкмәгән сүп-сар булһа, ижади фантазиялы кешеләргә төрлө матур әйберҙәр эшләү өсөн бына тигән материал ул. Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында йәшәгән Асия Мөхтәрова - тап шундай оҫталарҙың береһе, ҡулға килеп эләккән ябай материалдарҙан матур шкатулка һәм ҡупшы вазалар эшләп, яҡындарын хайран ҡалдыра. Идеяны тормошҡа ашырыу өсөн елем, ҡайсы, буяу, биҙәүестәр һәм бер ни тиклем тырышлыҡ кәрәк, ти ул.Тағы ла бер мауыҡтырғыс шөғөлө бар: техноплекстан фото рамдары һәм асҡыс һауыттары эшләй. Кисен бәйләмен ҡулына алырға ла ваҡыт таба. Ҡырҡ йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Рәйес Мәжит улы ҡатынының мауығыуҙарын хуплап, уға материалдар табырға ярҙам итә. Асия Хөснулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән. Салауат ҡалаһында оптик-механик һөнәренә уҡый, заводта биноклдәр йыя. Кейәүгә сыҡҡас, Үрге Яуышҡа күсеп килә, китапханала эшләй, бер юлы китапхана техникумында уҡый. Рәйес Мәжит улы тарих һәм физкультура дәрестәренән уҡыта. Ул да ижади ҡарашлы кеш