Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙгә лә килеп еттеләрме әллә?

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы “Авиаинцидент” телеграм-каналына таянып, 13 мартта иртә менән Башҡортостан күгендә шикле пилотһыҙ осоусы аппарат теркәлеүе тураһында хәбәр итә. “Аэростат пилоты осоуҙар етәксеһенә телефондан шылтыратып, Иглин районында Әмит ауылы өҫтөндә асыҡ төҫтәге самолет тибындағы БПЛА осоп йөрөгәнен күреүе хаҡында хәбәр иткән. Бейеклеге 800-1000 фут, йүнәлеше көньяҡҡа булған. Осоу “С” класлы һауа киңлегендә был турала хәбәр итмәй башҡарылған, тимәк, һауа киңлеген файҙаланыу тәртибе боҙолған”, – тиелә хәбәрҙә. Мәғлүмәтте ПВО органдары һәм Эске эштәр министрлығына еткергәндәр. “Режим” сигналы иғлан ителмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта илебеҙгә БПЛА-лар һөжүме артты. Дошман аппараттары төпкәрәк үтеүен дауам итә. Шуға күрә бының ише осоштар хәүеф тыуҙыра. Фото: "Башинформ".