Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ирем иламаҫҡа ҡушты”

Ауыр замандар көслө шәхестәрҙе тыуҙыра, тиҙәр. Шулай булмаһа, йөҙәрләгән, меңәрләгән ир-егет үҙ теләге менән бөгөн алғы һыҙыҡҡа ашҡынмаҫ ине. Шундайҙарҙың береһе, яҡташыбыҙ, Федоровка районының Новософиевка ауылы егете махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән контракт төҙөп китте, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Был уның илгә ярҙам кәрәккәндә ҡулына ҡоралды тәү тапҡыр алыуы түгел. 1996 йылда – Чечняға беренсе командировка, 1997 йылда – икенсе командировка, 1999 йылда – өсөнсө командировка, быныһы Тажикстанға. Ә 2023 йылда махсус хәрби операцияға китергә ҡарар итә. Тормош иптәше балалары менән ҡаршы төшөп ҡараһа ла, уны был аҙымынан дүндерә алмайҙар. “Унда йәш кенә егеттәр һәләк була, минең тәжрибәм бар, мин яу яланында булырға тейешмен, яҡшылыҡ менән ебәр”, тигәс, ҡатыны риза була. –Тәүҙә ай дауамында Мәскәү эргәһендә хәрби әҙерлек үтте, аҙаҡ –Хабаровскиҙа. Ул – танкист, экипаж командиры итеп ҡуйҙылар. Ҡайҙа, ҡайһы йүнәлештә хеҙмәт итәһең, тип һораһаң, ”баҫыуҙа” тип яуаплай. Мине һәр саҡ тынысландыра:”Минең урыным ошонда, борсолма. Мотлаҡ еңеү менән, иҫән-имен ҡайтып төшөрмөн, беҙҙе һуғыш яланында еңгәндәре юҡ әле”, ти. Иламаҫҡа ҡуша, уның үтенесен үтәргә тырышам. Ирем быға тиклем “Ғаиләм өсөн” тип йәшәһә, һуғышҡа “Рәсәй өсөн” девизы менән китте. Хәл-әхүәлен һорашһаң, уның һәр саҡ бөтәһе лә яҡшы.”Отлично!”- бына уның яуабы. Шаяртырға ярата, позитив характерлы.Ҡайһы саҡ аҙна буйы шылтырата алмай, бәйләнеш насар. Позывнойы – “Урал”. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! – ти яугирҙең тормош иптәше. Ғаиләгә бәхет, көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: ғаилә архивынан.https://ashzori.ru/news/obshchestvo/2024-03-14/voin-do-mozga-kostey-3680762