Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларына эш сәфәре менән сыҡҡанда ҡайһы төбәктең нисек йәшәүе, урындағы халыҡты ниндәй проблемалар борсоуы, уларҙың тормошондағы шатлыҡ-ҡыуаныстар тураһында даими ҡыҙыҡһынабыҙ һәм, әлбиттә, төрлө кешеләр менән танышабыҙ. Араларында улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәләр ҙә бар. Был гүзәл зат вәкилдәренең күптәре, ғәҙәттә, артыҡ һүҙ һөйләп бармай, хатта башта нимәлер өндәшергә ҡыймай, ә аҙаҡ инде күңел һыҙланыуҙарын, уй-кисерештәрен уртаҡлашҡан яҡын кешеңә әүереләләр. Был юлы ла шулай булды. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында танышҡан әсәнең зәңгәр күҙҙәре зәңгәр диңгеҙҙең үҙе кеүек сикһеҙ уйсан, моңһоу һәм һағышлы тойолдо. Зөлфиә Данис ҡыҙы Абдулхаҡова булып сыҡты был ханым. – Махсус хәрби операция башланғанға тиклем улым Денис хәрби контракт буйынса хеҙмәт итә ине, әрменән һуң ҡалғайны. Хәҙер ул зенит-ракета ғәскәрҙәре сафында, – ти әсә. – Балаҡайымдың, башҡа яугирҙәребеҙҙең тыуған яғына имен-һау ҡайтыуын теләйем. Һәр әсә өсөн ғәзиз балаһының бәхетле, сәләмәт, даланлы булыуынан да ҙурыраҡ шатлыҡ-ҡыуаныс бармы икән?! Зөлфиә Абдулхаҡова ҡыҙы ла улы Денис менән ҡыҙы Эльвинаға тик бәхет юллай. – Эльвинам кейәүҙә. Ире Юра менән Алияна, Егор исемле балалар үҫтерәләр. Шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәһендәр инде, – ти ҡатын. Зөлфиә Данис ҡыҙы – Мәсетле райондағы ғаилә хеҙмәте психологы. Хәҙер ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына, яҡындарына психологик ярҙам күрһәтә. Быға тиклем тәжрибәле белгес оҙаҡ йылдар үҙе йәшәгән Әләгәҙ ауылындағы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән. Өҫтәүенә ул – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, үҙҙәре йәшәгән күп фатирлы йорт старостаһы ла. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Мәсетле районына эш сәфәре барышында был йорттоң ҡыйығын ремонтлау тураһында күрһәтмә биргән. Шулай итеп, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсә йәшәгән йорт ипкә килтерелгән. Зөлфиә Данис ҡыҙының, илебеҙҙәге барлыҡ әсәләр кеүек, уй теләге бер: донъябыҙ тиҙерәк тынысланһын, һәр ғаилә бәхетле булһын.