Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туғыҙ бала атаһы һаман аңына килмәгән...

Свердловск өлкәһенең “Екатеринбург – Төмән” юлындағы аварияла ете кеше, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ зыян күргән. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, унда “Тойота” менән “Хонг Ян” йөк автомашинаһы бәрелешкән. Еңел машинаның водителе, уң яҡ ситтән хәрәкәт башлағанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәү сәбәпле, уға йөк машинаһы килеп бәрелгән. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә “Тойота”ның водителе һәм алты пассажиры, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала, дауаханаға оҙатылған. Чита өлкәһенән Мәскәүгә еләк алып китеп барған йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Иномаркала Төмәндән өйөнә, йәғни Өфөгә, юлланған ғаилә булған. Водитель, туғыҙ бала атаһы, ҡаты йәрәхәттәр алған, һаман да аңына килмәгән. Шулай уҡ аварияла уның ҡатыны һәм ике балаһы ныҡ зыян күргән. Әлегә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Хөрмәтле водителдәр! Юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Онотмағыҙ: һеҙҙе өйҙә көтәләр! Фото: Свердловск өлкәһе буйынса ЮХХДИ.