Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс бала өй туйлауҙы түҙемһеҙләнеп көтә

Асҡын ауылынан күп ғаиләле Гөлназ һәм Илмир Хикмәтовтар ғаиләһенә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығы тапшырылды. Был торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы буйынса "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында мөмкин булды. Таныҡлыҡты район хакимиәте башлығы Динис Йосопов тапшырҙы. Ул йәш ғаиләгә именлек һәм йорт төҙөүҙе уңышлы тамамлауҙарын теләне. – Ғаиләбеҙгә ошондай мөһим һәм кәрәкле ярҙам өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ниһайәт, йортто төҙөп бөтөү хыялыбыҙҙы тормошҡа ашыра алабыҙ. Өс балабыҙ өй туйлауҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Яңы йортта һәр кемдең үҙенең йәмле һәм иркен бүлмәһе буласаҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлназ Хикмәтова. “Рәсәй Федерацияһы граждандарын торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы субъекттарына булышлыҡ итеү” федераль проектының йәш ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса саралар – программаның критерийҙары: - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ; - даими эш урыны; - 65 процент күләмендә үҙенең аҡсаһы; - ир менән ҡатындың йәше 35-кә тиклем булыуы. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Асҡын районы хакимиәте.