Уның резиденттары юғары технологиялы һәм инновацион продукцияның киң спектрын – пилотһыҙ осоу аппараттарын, уларҙың комплекттарын, шулай уҡ электрон компоненттар – сенсорҙар, платалар, датчиктар сығарасаҡ. Тантана башланыр алдынан “РВ-1” идарасы компанияһының генераль директоры Рөстәм Дәүләтов буласаҡ технопарктың проектын тәҡдим итте. Уның объекттары дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метр тәшкил иткән биләмәлә төҙөләсәк. Беренсе этапта – 2025 йылға тиклем – баҫма микроэлектроника өлкәһендә производстволар урынлаштырыу өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура булдырырға ниәтләйҙәр. Бынан тыш, 2025 йылда пилотһыҙ авиация системаларының ғилми-производство үҙәген булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Икенсе этапта иһә баҫма микроэлектрониканың дизайн үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тоталар. Төбәк етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә юғары технологиялы производстволарҙы үҫтереүҙә “РВ-1” технопаркының мөһим ролен билдәләне. - Беҙ пилотһыҙ авиацияның киләсәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Элек беҙ күп кенә позициялар буйынса сит