15 – 17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлайбыҙ. Һайлау участкалары 08:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй. 18 йәше тулған, Рәсәй гражданы булған һәр кеше тауыш бирә ала. Һайлаусылар “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Ойоштороусылар шәп бүләктәр әҙерләгән. Акция приздары - смартфондар, ноутбуктар, электр самокаттары, сертификаттар һәм башҡа бик күп бүләктәр.Шулай уҡ айырым балалар бүләктәре ҡаралған. Акцияның суперприздары – Өфөләге фатир, автомобиль, шулай уҡ Сочиҙа һәм республика шифаханаларында ял итеү. Акцияла ҡатнашыусылар араһында суперприздар уйнатыуҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2024 йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса үтәсәк. Бөтә кәрәкле мәғлүмәт сайтта https://рахмат102.рф. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024 Фото: рахмат102.рф. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom