Найти тему
Башҡортостан гәзите

ДНК молекулаларында мәғлүмәт оҙаҡ һаҡланасаҡ

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында "Рамстор" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Федераль стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты. Килешеүҙең маҡсаты - "Олиготека" проектын тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәттәшлекте ойоштороу. Олиготехника ҡулланып, ДНК молекулаларында мәғлүмәтте оҙайлы һаҡлауҙың яңы ысулы "Яңы заман өсөн ҡеүәтле идеялар" форумы идеяларының ТОП-100 исемлегенә индерелгән. Проекттың презентацияһы менән үҙ-ара эш итеү идеяһы авторы, проект лидеры Юлай Ғиниәтов һәм проект етәксеһе биология фәндәре докторы Алексей Чемерис сығыш яһаны. Олиготека - ДНК молекулаларында олиготектар ярҙамында мәғлүмәтте оҙайлы һаҡлауҙың яңы ысулы. Технологияның өҫтөнлөктәре тип авторҙар тәбиғи булмаған ДНК молекулаларын ҡулланыуҙы, мәғлүмәттәрҙең оҙайлы һаҡланыуын, мәғлүмәттәрҙең йәшерен тапшырылыуын һәм уларға дистанцион рәүештә үтеп булмауын атай. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23297/