Учалы районы буйынса Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалында контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә бизнес-проекттарға булышлыҡ итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторола. Комиссия эшендә Учалы районы бизнес-шәрифе Әсхәт Әсәҙуллин, “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Лира Мансурова ҡатнашты. Дмитрий Медведевтың уникаль, экологик яҡтан таҙа продукт, атап әйткәндә, Учалы районы биләмәһендә киң таралған боланут сәйе етештереү буйынса ҡыҙыҡлы бизнес-проектын ҡаранылар. Бизнес-проект комиссия ағзаларында хуплау тапты. Ултырыш йомғаҡтары буйынса файҙалы һәм витаминлы сәй етештереү буйынса үҙ эшеңде үҫтереүгә 350 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы бүлеү тураһында социаль контракт төҙөүҙең маҡсатҡа ярашлылығы тураһында ҡарар ҡабул ителде. Адреслы социаль ярҙамды килешеү нигеҙендә алыу өсөн Учалы ҡалаһы, Башҡортост