“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала һуңғы биш йылда 10 меңдән ашыу медицина ҡорамалы алынған. Ошо ваҡыт эсендә милли проект һөҙөмтәһендә һигеҙ поликлиника, бер район дауаханаһы, ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 37 капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Бынан тыш, тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкцияларҙан 353 ауыл һаулыҡ һаҡлау объекттары урынлаштырылды. –Беҙҙең өсөн төп бурыс – халыҡтың һәм сабыйҙар үлемен кәметеү. 2023 йылда республикала көтөлгән ғүмер оҙайлылығы 73,2 йылға етте. Шулай уҡ сабыйҙар үлеме күрһәткесе һиҙелерлек кәмене. Юғары күрһәткестәргә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Яңы заманса ҡорамалдар сирҙе ваҡытында диагностикаларға һәм дауалау башларға ярҙам итә, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы киңәйҙе. Пациенттарҙы дауалау учреждениеларына илтеү һәм табиптарҙы ауырыуҙарға алып барыу өсөн 352 берәмек автомобиль транспорты алынған. Санитар авиация я