Баймаҡ районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Тиҙҙән «Башҡорт күсмә тормошо» үҙенсәлекле туристик майҙансығы эшләй башлаясаҡ. Йылҡы көтөү менән махсуслашҡан эшҡыуар Денис Өмөтбаевтың проекты этнографик яҡтан үҙенсәлекле һәм ете тирмә комплексынан ғибәрәт, уларҙа башҡорттарҙың күсмә тормош рәүешенең Урта быуат мөхите тергеҙеләсәк. Былтыр комплекс тәүге 450 туристы ҡабул иткән. Этник киңлек уңайлы урынлашыуҙы, туҡланыуҙы, ҡырағай тәбиғәт донъяһына сумыуҙы, тәмле, хуш еҫле ҡымыҙ әҙерләүҙә ҡатнашыу, сикһеҙ тигеҙлектәр һәм матур тауҙар буйлап атлы походтан ләззәт алыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Денис Өмөтбаев әйтеүенсә, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдырған этник киңлек идеяһы күптән барлыҡҡа килгән. Республика Башлығынан эшҡыуарҙарға ярҙам һәм агротуризм грант программаһы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте. Комплекс 2024 йылда тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ һәм туристарға төрлө ял итеү моделдәрен тәҡдим итәсәк. Дөйөм алғанда, бөтә юлдар Башҡортостанға илтә! Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Денис Өмөтбаевтың шәхси архивынан.
«Башҡорт күсмә тормошо» туристик майҙансығы эшләй башлаясаҡ
14 марта 202414 мар 2024
1 мин