Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшева башҡорт брендтары тауарҙары күргәҙмәһен ҡараны. Был күргәҙмә II Республика “Ил өсөн көслө идеялар” йәмәғәт башланғыстары форумына ярашлы ойошторолдо. “Башҡорт мөхите өйө” экспозицияһы ҡунаҡтарҙы төбәктең 500-ҙән ашыу предприятиеһының тауарҙары менән таныштыра. Майҙансыҡта ысын йорт төҙөлгән, унда ҡунаҡ, йоҡо, балалар, кер йыуыу бүлмәләре, спорт залы бар. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Светлана Чупшеваны III Бөтә Рәсәй “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форумында ҡанашырға саҡырҙы, ул Өфөлә быйыл октябрь айында үтәсәк. Башҡортостан Башлығы менән Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры ысын башҡорт балын тәмләп ҡараны, “Һанлы умарта” платформаһының мөмкинлектәре менән танышты. Был система умартасыларға умарталарҙағы бал ҡорттарының хәл-торошо тураһында тулы мәғлүмәт бирә ала. Шулай уҡ Радий Хәбиров менән Светлана Чупшева урындағы тауар етештереүселәр, атап әйткәндә, “Һөт кухняһы” тәҡдим иткән продукция ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны. Сығанаҡ: glavarb.ru