Бөгөн, 13 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшева II республика “Ил өсөн көслө идеялар” йәмәғәт башланғыстары форумының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Икенсе йыл рәттән республика конкурсы “Яңы заман өсөн көслө идеялар” федераль конкурсында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың иң яҡшы проекттарын асыҡлай. Рәсәй Президенты тәҡдим иткнә киң даирәле проекттың маҡсаты – ил суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәүшеүгә тос өлөш индергән идеяларҙы һәм башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү. Быйыл Стратегик башланғыстар агентлығына барлыҡ төбәктәрҙән 30 722 идея килгән. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан алда бара – республика халҡы 3 705 тәҡдим ебәргән. Шулай уҡ әлеге форумға ярашлы Рәсәйҙең таныла башлаған брендтары араһында “Беҙҙекеләрҙе бел” конкурсы уҙа. Республиканан уға 2 135 ғариза бирелгән. Был – ил төбәктәре араһында икенсе күрһәткес. Был йүнәлештә Башҡортостанды өс предприятиеһы махсус номинацияла еңеү яулаға өлгәшкән. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева “Яңы заман өсөн көслө идеялар” конкурсында әүҙем ҡатнашҡан өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм тәҡдим ителгән проекттарҙың кимәленә юғары баһа бирҙе. II Республика “Ил өсөн көслө идеялар” йәмәғәт башланғыстары форумы һөҙөмтәләре буйынса ете проект иң яҡшыһы тип табылды. Һәр еңе:үсе диплом, иҫтәлекле статуэтка һәм 500 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Сығанаҡ: glavarb.ru