Бөгөн, 13 мартта, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Ил өсөн көслө идеялар” II төбәк йәмәғәт башланғыстары форумына ярашлы, “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше" йүнәлеше буйынса сессия уҙҙы, уның барышында эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡағылышлы ете проект ҡаралды. Эксперт комиссияһы составына власть органдары һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау институттары вәкилдәре инде. Сессияны Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ҡарамағындағы Ижтимағи совет рәйесе Элина Сәйетова алып барҙы. - Беҙҙең сессияның форматы төрлө башланғыстар авторҙарына үҙ проекттарын тәҡдим итергә, үҫеш йүнәлештәре эксперттары менән проектты киңәйтергә, дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәрен ҡарарға булышлыҡ итә. Әлеге сара йомғаҡтарына таянып, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса “юл картаһы” эшләнәсәк, - тип билдәләне БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина. Ханты-Манси автономиялы округынан форум ҡунағы Елена Рожкова үҙ тәжрибәһе мен