Бөгөн Өфөлә “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһында йәшәгән милләттәрҙең етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә ойошманың милләт-ара сәйәсәт өлкәһендә саралар планы ҡаралды. Шулай уҡ Масленица, Наурыҙ, Ифтар һәм башҡа мәҙәни-дини байрамдарҙы үткәреү буйынса һөйләшеү булды. Был сараларға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарҙы, ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе саҡырырға ҡарар ителде. “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина йәмәғәт милли-мәҙәни ойошмалары лидерҙарын һайлауҙа ҡатнашырға һәм Рәсәй Федерацияһы Президентына иң лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирергә саҡырҙы: – Был аҙнала быйылғы йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы – 15-17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау була. Һайлауҙа ҡатнашыу –беҙҙең хоҡуҡ ҡына түгел, гражданлыҡ бурысыбыҙ ҙа. Уларҙың һөҙөмтәһенә илебеҙҙең киләсәге, тимәк, һәр беребеҙ бәйле, – тип белдерҙе Ас