Ул Өфөгә II “Ил өсөн көслө идеялар” Граждандар башланғыстары форумында ҡатнашыу өсөн килде. 2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме тәүге тапҡыр 620 миллиард һумға барып етте, тип һөйләне Радий Хәбиров. Күрһәткес 2022 йылғы кимәлдән 7,6 процентҡа юғарыраҡ. Инвестициялар күләме буйынса төбәк Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Күп осраҡта был республиканың эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса идара итеү командаһының эше һөҙөмтәһе. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры билдәләүенсә, Башҡортостан инвестициялар үҫеше йәһәтенән ыңғай динамика күрһәтә һәм инвестиция потенциалын арттырыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар. Светлана Чупшева республиканың эшҡыуарҙар берләшмәһенең әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар иң яҡшы ватан брендтары конкурсының икенсе миҙгелендә ҡатнашыу өсөн 2,1 меңдән ашыу ғариза ебәргән. Ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Төбәк етәксеһе Стратегик башланғыстар агентлығы командаһына төбәктең инвестицион мөхитен яҡшыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләрендә республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru