Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшеваға Өфөләге вуз-ара студенттар кампусын күрһәтте. Белеүебеҙсә, Светлана Чупшева Өфөгә “Ил өсөн көслө идеялар» форумына ярашлы рәсми визит менән килде. Министрҙар кабинеты башлығы 2023 йылдың февралендә эшләй башлаған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусының беренсе сиратын төҙөү барышы, шулай уҡ икенсе сиратты төҙөү пландары тураһында һөйләне. - Беҙҙең кампус студенттарҙың энергияһын, ғилми йәмәғәтселекте һәм индустриаль партнерларҙы берләштереүҙе күҙ уңында тотҡан эталон киңлек булып тора. Был бинала барыһы ла берләшкән – буласаҡ кадрҙар, етештереүселәр һәм был эшләнмәләргә үҙ производстволары өсөн заказ биреүселәр. Әгәр Башҡортостан кампустар федераль селтәрен эшләтеп ебәреү буйынса тәүге төбәктәр араһына эләкмәһә, беҙ технологик прогрестан артта ҡалыр инек. Был Президентның бик аҡыллы ҡарары булды. Беҙ был процеста иң тәүгелә