Бөгөн, 13 мартта, Өфөлә Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төбәк этабы – “Эшлә!” фестивале башланды. Ул 15 мартҡа тиклем вуз-ара студент кампусында үтә. – Фестивалдең төбәк этабы – халыҡ-ара кимәлдәге сара тарихының бер өлөшө булыу мөмкинлеге ул. Бынан тыш, уның белем биреү майҙансыҡтары фестивалдә ҡатнашыусыларға шәхес булараҡ үҫергә булышлыҡ итәсәк, ә стратегик сессияларҙың эш һөҙөмтәләре йәштәр һәм студенттар берләшмәләренең эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләргә мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Сараның тәүге көнөндә 500-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнашты, улар араһында студенттар ҙа, йәш белгестәр ҙә бар ине. Программа нетворкинг –сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, федераль һәм төбәк спикерҙарынан лекциялар, студент клубтарының осрашыуҙарынан төҙөлгән ине. Йәштәр барлығы ете йүнәлеш – ижад, ирекмәнлек, эшҡыуарлыҡ һәм гранттар, медиа, фән, спорт һәм ятаҡтар советы буйынса фекер алышты, ҡыҙыҡлы сығыштар тыңланы, тәжрибә уртаҡлашты. Майҙансыҡтарҙағы эш үҙ-ара ихлас аралашыуға, уйын алымында төрлө ҡыҙыҡлы мәсьәләләрҙе сисеүгә, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыуға ҡоролдо. Тәүге көндә йәштәр алдында Медиа лабораторияның генераль директоры Сергей Косенчук, Рәсәй АССК-һы башҡарма директоры советнигы Алексей Меньшенин, Рәсәй АССК-һы төбәк үҫеше департаменты етәксеһе Алексей Митенев, Росмолодежь.гранты һәм #БеҙБергә эксперты Ольга Чеснокова, Рәсәй йәштәр союзының Мәскәү төбәк тренинг үҙәге етәксеһе Дмитрий Крайнов һәм башҡалар сығыш яһаны. Фестиваль үҙ эшен 14-15 мартта ла дауам итәсәк. Ҡатнашыусыларҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ осрашыуҙар, фекер алышыуҙар көтә. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.