Бәхетле һәм ныҡлы ғаиләләр ни тиклем күберәк, дәүләтебеҙ ҙә шунса ҡеүәтлерәк. Шундай ғаиләләрҙең береһе, ярты быуатлыҡ тормош юбилейын билдәләгән Рәмилә һәм Финат Юнысовтар Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында йәшәй. Кешеләргә һәм хеҙмәткә яҡшы мөнәсәбәт, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау, яуаплылыҡ ғаиләләренең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та улар ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй, тирә-яҡты төҙөкләндереүҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа булыша, тип яҙа “Аскинская новь”. Рәмилә Хәбибша ҡыҙы хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортонда художество етәксе булып башлай. Үҙе лә спектаклдәрҙә ҡатнаша, йырлай, бейей. Ун йыл дауамында балалар баҡсаһы мөдире булып та эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы йәнә ауыл мәҙәниәт йортонда эшләргә, ауылдаштары өсөн йөкмәткеле, күңелле байрам ойошторорға өлгөрә. Ул - әле лә “Ағинәйҙәр” фольклор-йыр коллективының әүҙем ағзаһы. Ғаилә башлығы Финат Ғилемхан улы “Үрмияҙ” совхозында водитель булып эшләй.Баш