Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек янғындар сыға, уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Кисә төндә Борай районының Яңы Киҙгән ауылында бүрәнә йорт янып киткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юлланған. Йорт тулыһанса янып бөткән. Емереклектәр араһында 1975 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табылған. "Йортта янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылмаған, ул булһа, өй хужаһына ҡотолорға мөмкинлек бирер ине”, - ти ведомство хеҙмәткәрҙәре. Ваҡиға урынында янғын сәбәптәре асыҡлана. Календарҙа яҙ булһа ла, алда тағы ла һалҡыныраҡ һауа торошо көтөлә. Янғынға бәйле фажиғәгә юл ҡуймау өсөн төҙөк булмаған мейес менән йылытмаҫҡа, электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәҫкә, шулай уҡ янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйырға кәңәш ителә. Фото: “Башинформ”.