Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яҙғыһын нисек туҡланырға?

Нутрициолог Екатерина Стасюк фекеренсә, яҙғы рацион майҙар, аҡһымдар һәм углеводтарға бай булырға тейеш. Шулай уҡ унда витаминдары һәм минералдары күп булған аҙыҡ-түлек өҫтөнлөк итһә, икеләтә яҡшы буласаҡ. Белгес яҙғы көндәрҙә күберәк ябай һыу йәки үлән сәйҙәре эсергә кәңәш итә. “Шулай уҡ емеш-еләк ярҙамында яңы һығып алынған һуттар эсергә мөмкин, тик көнөнә ике стакандан артығын эсергә ярамай икәнен күҙ уңында тотоғоҙ”, – ти Екатерина Стасюк. Бынан тыш, яҙғы иртәнге аш мотлаҡ аҡһымлы аҙыҡтарҙан һәм бутҡаларҙан, төшкө аш – итһеҙ һурпанан, бешкән йәки быҡтырылған икенсе аштан һәм еңел салаттан торорға тейеш. Ә киске ашҡа нутрициолог йәшелсә салаттарын, балыҡты, емеш-еләкте йәки һөт ризыҡтарын һайларға кәңәш итә. "Яҙ аҙыҡ-түлеккә эксперимент яһай торған ваҡыт түгел. Ҡағиҙә булараҡ, был ваҡытта гиповитаминоз күҙәтелә, шуға күрә экстремаль диеталар организмды көсһөҙләндерергә мөмкин”, – тип һығымта яһаны Екатерина Стасюк. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.