Яугирҙәр өсөн доға ҡылыу Башҡортостан Башлығы Рамаҙан айында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн доға ҡылырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров изге айҙа төрлө сикләүҙәр барлығын билдәләп, иң мөһиме — яҡты уйҙар һәм изге эштәр, тине. Бар уйыбыҙ — ир-егеттәребеҙ хаҡында, хәҙер улар өсөн доға ҡылырға кәрәк. 1 ай дауамында донъя мосолмандары тәүлектең яҡты мәлендә ризыҡ менән һыуҙан тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә. Кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү. Изге ай Ураҙа Ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул апрелдең 10-на тура килә. Смотрите видео -------------------------- Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии! Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».