Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге базаһында 2-се һәм 3-сө типтағы урман янғындарын һүндереү станциялары начальниктары менән эш кәңәшмәһе үтте. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәренән сығып урман фондында янғын сығыуға юл ҡуймау һәм төбәктә тәбиғи янғындарҙан күрелгән зыянды кәметеү буйынса әүҙем эш алып бара. 2024 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, министрлыҡтың урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Руслан Хәбибуллин, ведомство контроле һәм аудиты секторы бүлегенең әйҙәүсе советнигы Динил Әхмәтов ҡатнашты. Кәңәшмәне Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов алып барҙы. Министр урынбаҫары 2023 йылғы янғын хәүефе миҙгеленә йомғаҡ яһаны һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләне. Осрашыу барышында ағымдағы йылда дәүләт заданиеһын үтә