Бөтә Рәсәй "Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең ике этабының беренсеһе 12 апрелдә Башҡортостанда үтәсәк. Был ҙур сара икенсе тапҡыр бөтә илде солғап аласаҡ һәм вакансиялар менән бергә заманса мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә мөмкинлектәрен күрһәтәсәк. Башҡортостанда йәрминкәне йыл һайын үткәрелә торған "ПрофФест" һөнәрҙәр фестивале менән берләштерәләр. Йәрминкә барышында алдынғы предприятиелар ("Башнефть", "Газпром нефтихим Салават", "Глобал фуд", "Ашан", "Микроген", "СНЭМА-сервис" һәм башҡалар) энергия индустрияһы, нефть-газ тармағы, транспорт, сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәсәк. Эшкә дәғүә итеүселәр - үҙҙәренең һөнәри компетенцияларын нисек яҡшыртыу йәки ихтыяж булған һөнәр буйынса ҡайтанан уҡытыу тураһында, ә эш биреүселәр граждандарҙың яҡланмаған категорияларын эшкә урынлаштырыуҙа дәүләт ярҙамы тураһында белә ала. Сара майҙансығында эш биреүселәр экспозицияһы, һөнәри йүнәлеш биреү турҙары, вакансиялар йәрминкәһе һәм мәшғүллек, уҡыу йәки үҙ бизнесыңды асыу мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәреү планлаштырылған. Бынан тыш, программаға ғаилә эшмәкәрлеге, "Башҡорт вахтаһы" проектының презентацияһы һәм элекке тотҡондар өсөн эшкә урынлашыу буйынса айырым консультация зонаһы инә. Сара "Торатау" конгресс-холында үтә. Республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында был көндө традицион вакансиялар йәрминкәләре үтәсәк. Бөтә был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ла тап килә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23272/