“Геройҙар өсөн тегәбеҙ. Яңауыл” ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Рита Миншинаны күптәр белә. Ул тәүҙә маскировкалау селтәрҙәре үрергә йөрөй, аҙаҡ үҙен кейем бесеүсе ролендә һынап ҡарай. Хәҙер ул был мөһим һөнәрҙе лә үҙләштергән, тип яҙа “Янаульские зори”. “Мин бында эшкә йөрөгән кеүек йөрөйөм, – тип йылмая ирекмән. – Көнөнә 10-15 әйбер әҙерләйбеҙ. Ғаиләмдә минең дөйөм эштән ситтә ҡала алмауымды аңлайҙар. Кейемдәр бесеп теккәндә доғалар уҡыйбыҙ, һалдаттарға иҫәнлек теләйбеҙ. Һәр һалдат минең өсөн улым кеүек”. Ирекмәндәр йыш ҡына ялһыҙ һәм байрамһыҙ эшләй, сөнки яугирҙәрҙән көн һайын тиерлек заявкалар килеп тора. Хеҙмәттәре өсөн иң ҙур награда – егеттәрҙең рәхмәт һүҙҙәре. Тегелгән кейемдәр уңайлы, яугирҙәрҙе төрлө хәлдәрҙән яҡшы һаҡлай. Айырыусы маскировкалау халаттарына һәм селтәрҙәренә һорау ҙур. –Хәҙер егеттәргә йәйге кейемдәр кәрәк. Маскировка халаттарын йоҡа туҡыманан тегәсәкбеҙ. Лонгслив һәм футболкаларҙы – селтәр туҡыманан.Беҙгә теген машинкалары кәрәк, кемдәлер буш торған те