Найти тему

Ялға ҡайтҡан яугир кәләш алған

Бәләбәй ЗАГС-ында «Бурый» позывнойлы махсус хәрби операция яугире һәм уның һөйгән ҡыҙы өйләнешкән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә яҙған. "Яҡташыбыҙ – взвод командиры, кадр офицеры, Ҡазан хәрби танк училищеһын тамамлаған, ә ҡатыны сығышы менән Аксаков ауылынан. Тыйнаҡ, ябай егеттәр, тап шундай кешеләр илебеҙҙең яҙмышын билдәләй. Улар – ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Йәштәр үҙ тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиғаны туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамамлана һәм яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Мөхәббәтегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын!» - тип яҙған район башлығы Азат Сәхәбиев. Фото: Азат Сәхәбиевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.