Бөгөн Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә кеүек үк, “Халыҡ берҙәмлеге” тигән форум-концерт үтте. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһы илде һәм уның курсын хуплау маҡсатында ойошторҙо. -Бөгөн тарих яҙылыуын бер ниндәй арттырыуһыҙ әйтә алам. Һүҙ хатта һеҙҙең менән беҙҙең нисек йәшәүебеҙ тураһында түгел, ә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ниндәй илдә үҙҙәренең киләсәген төҙөйәсәктәре тураһында бара. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төп йүнәлештренең береһе – халыҡ программаларын тормошҡа ашырыу, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев. Халыҡ программаһын төрлө яҡлап тормошҡа ашырыу өсөн республикала 23 федераль һәм 15 төбәк партия проекттары эшләп килә. - Бөгөн бында берлектәге ҙур эш башҡарыусылар йыйылды. Улар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, ирекмәндәр, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр. Ғөмүмән, үҙҙәренең иле менән ғорурланыусылар һәм тәүге саҡырыуҙан уҡ ярҙамға әҙер булғандарҙың барыһы ла, - тине “ Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Сығанаҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк комитеты матбуғат хеҙмәте. Фото: Сергей Полетавкин.