Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Белорет районына эш сәфәре барышында 16-сы мәктәптә, “Белорет йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм “Рессора” фәнни-производство фирмаһында булды. Хөкүмәт рәйесе Белорет йылылыҡ селтәрҙәренең һыу йылытыу ҡаҙанлығын ҡараны. Уның майҙансығында техник яҡтан ҡабаттан йыһазландырыу проекты тормошҡа ашырыла. Объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Ҡаҙанлыҡтың дөйөм ҡеүәте 46,5 Мвт тәшкил итә. Уны быйыл авуста файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Техник яҡтан ҡабат йыһазландырыу ҡаҙанлыҡ эшенең һөҙөмтәлелеген күтәрергә, ҡеүәтен, хәүефһеҙлеген арттырырға, файҙаланыу сығымдарын кәметергә булышлыҡ итәсәк. Андрей Назаров 16-сы дөйөм белем биреү мәктәбендә лә булды. 1960 йылда төҙөлгән бина иҫкергән һәм реконструкция талап итә. Премьер-министр проблеманы комплекслы хәл итеү өсөн проект әҙерләү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. - Шуны асыҡлау мөһим, реконструкция тураһында һүҙ алып барырғамы, әллә 640 урынға иҫәпләнгән яңы бина төҙөү тураһындамы? Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына Белоретта 16-сы мәктәп бинаһын проектлау өлкәһендә республиканың адреслы инвестиция программаһын корректлау буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк, - тине Министрҙар кабинеты башлығы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.