Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм Рәсәй Енәйәт-башҡарыу системаһы ойошторолоуға 145 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Сарала почетлы ҡунаҡтар – республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, хеҙмәттәшлек итеүсе ведомстволар һәм йәмәғәт контроле структуралары етәкселәре, традицион дини конфессия вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы пенитенциар ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашты. Тантаналы шарттарҙа Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Владислав Дзюба шәхси составты һөнәри байрамдары менән ҡотланы, барыһына ла хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ сара ҡунаҡтарынан да ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, улар яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн ведомство миҙалдары, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Сара һуңында байрам конце
Енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне
12 марта 202412 мар 2024
1 мин