Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы ла бер самолет ҡолаған

Бөгөн кискә ҡарай Иваново өлкәһендә ҙур фажиғә булды. Ил-76 Рәсәй хәрби-транспорт самолеты ҡоланы. Двигателдәре янған самолет аэродромға тиклем бер нисә километр ғына барып етә алмай. Пилот аэродромға барып етә алмаҫын аңлағас, янған самолетты торлаҡ йорттарҙан ситкәрәк алып китә. Һөҙөмтәлә ул ҡолап төшә, ерҙәге кешеләр зыян күрмәгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, самолет Төньяҡ аэродромынан уҡыу осоуы башҡарған. Бортта 15 кеше ултырған. Уларҙың һигеҙе экипаж ағзаһы һәм етеһе пассажир булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә һәләк булған. Авиаһәләкәтте Оборона министрлығы раҫланы. Унда белдереүҙәренсә, фажиғәнең сәбәбе - двигателдә башланған янғын. Фото: Телеграм.