Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҙғы сәсеүгә ташламалы кредиттар бирелә

2024 йыл башынан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан Республикаһы аграрийҙарына дөйөм суммаһы 5,8 миллиард һумлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредиттарға 132 заявканы хупланы. Төбәккә льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау механизмын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 486,3 миллион һум субсидия бүленгән. - Традицион рәүештә яҙғы баҫыу эштәрен әҙерләгәндә һәм үткәргәндә төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларының әйләнештәге средстволарын тулыландырыуҙа төп сығанаҡтарҙың береһе булып льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар тора, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Хәҙер сәсеү кампанияһына ҡыҙыу әҙерлек бара. Быйыл баҫыуға апрель уртаһында сығырға планлаштырабыҙ. Ике миллион гектарҙан ашыу яҙғы культуралар сәселергә тейеш. Башҡортостанда 2024 йылғы сәсеү кампанияһына дөйөм сығымдар 24 миллиард һумға баһалана, был былтырғы күрһәткестән 7,5 процентҡа күберәк. Кәрәкле кредит ресурстары күләме 12 миллиард һум тәшкил итә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23274/