“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, төбәктең лизинг компанияһы “Иджара” тигән яңы лизинг продуктын сығара башланы. Был лизингтың махсус формаһы бар һәм ул шәриғәт принциптарына тура килә. Ғәҙәти лизингтнан айырмалы рәүештә “Иджара” менән бәйле осраҡта объект буйынса барлыҡ хәүефтәр һатып алынғансыға тиклем мөлкәт милексеһе булараҡ төбәктең лизинг компанияһында һаҡлана. Түләүҙе һуңлатҡан өсөн штраф һәм пени булмай. - “Иджара” продуктының Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеренә ышанам. Сөнки эшҡыуарҙарға Ислам финанслау принциптарына нигеҙләнгән финанслауҙың альтернатив сығанағы барлыҡҡа килә. Уға иһә бурыс буйынса процентҡа, спекуляция килешеүҙәренә, контракттағы билдәһеҙлеккә тыйыу инә. Шулай уҡ алкоголде, тәмәкене, сусҡа итен һатыуҙы, уйын бизнесын Ислам финансламай, - тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Ярҙамды алыу өсөн эшҡыуарҙарға төбәктең лизинг компанияһына ғариза бирергә һәм тейешле документтарҙы тапшырырға кәрәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.