Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә бик матур яҙма ҡалдырған. "Ҡытай, Камбоджа, Малайзия, Сингапур, Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәр буйлап йөрөп әсәлек бәхете бүләк иткән кешене беләһегеҙме? Таныш булығыҙ: Гүзәл Мостафина. Сығышы менән Белорет районынан. Табип-репродуктолог. Гүзәлде мәктәп йылдарынан уҡ беләм. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда каникулға, байрамға өлкән класс уҡыусыларына бәләкәсерәктәрҙе "тағып" ҡайтаралар ине. Гүзәлдең ата-әсәһе ул ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, беҙ әбйәлилдәр ҙә Өфө-Сибай поезы менән Мәғниткә тиклем барабыҙ, эйәртенешеп бергә ҡайта торғайныҡ. Тере ҡурсаҡ һымаҡ матур бала ине Гүзәл: асыҡ йәшел күҙле, түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, оҙон сәсле. Шул ҡыҙ хәҙер Ер шарының төрлө ҡитғаларын гиҙеп әсәлек бәхете бүләк итә, ЭКО процедураһы үткәрә. Бер айҙа ғына 4-5 дәүләттә була. Үҙе Өфөлә "Ғаилә" клиникаһында эшләһә л