Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күперҙәр тәртипкә килтерелә

Башҡортостанда ике йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 1282 метрҙан ашыу күпер юлы ремонтланған. Әйтәйек, 2022 йылда дөйөм оҙонлоғо 431,5 метрлыҡ һигеҙ күпер норматив хәлгә килтерелде, ә 2023 йылда ике тапҡырға күберәк – дөйөм оҙонлоғо 851 метрлыҡ ете ҡоролма. Эштәр Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Күгәрсен, Саҡмағош, Шаран райондарында Өҫән, Ағиҙел, Эҫем, Ҡамайылға, Өйәҙ, Суходол, Иртөбәк, Йөйәк, Балышлы, Һаҡмар, Инйәр, Ташшишмә, Ҡалмашҡа, Байҡы йылғалары аша башҡарылды. – Был күперҙәрҙең күбеһе туристик объекттарға йөрөүҙе тәьмин иткән юлдарҙа урынлашҡан, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Ғафури районында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған 406 погон метрлыҡ ҙур күперҙе норматив хәлгә килтерҙек. 2023 йылда милли проект сиктәрендә юлсылар Шаҡша ҡасабаһы янындағы Перспектива урамы башынан Өфө йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башлаған. Уның оҙонлоғо 441 метр самаһы тәшкил итә. Шаҡша күперен төҙөкләндереүҙе 2025 йылға тамамлау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 566 погон метрҙан кәм булмаған һигеҙ күперҙе һәм 148,5 километрлыҡ юлды ремонтлау күҙаллана. Быйыл милли проектты ғәмәлгә ашырыуға 5,9 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә, шуның 2,8 миллиардтан күберәге – федераль ҡаҙнанан. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.