Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәттәшлек булдырылды

Башҡортостандың һәм Һарытау өлкәһенең “Минең бизнесым” үҙәктәре “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) буйынса берлектәге сараларҙы уҙғарыу тураһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. -Килешеүгә ҡул ҡуйыу беҙҙең партнер мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бирә. Планда эшҡыуарҙар өсөн саралар үткәреү генә түгел, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнашлығында бизнес-миссиялар ойоштороу ҙа бар, - тип һөйләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Берлектәге сараларҙың юл картаһы әҙерләнә башлаған, улар эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ һанлы сервистар файҙаланылған хеҙмәттәр күләме лә артасаҡ. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа барлыҡ үҫеш этаптарында ла ярҙам итергә – старт идеяһынан алып экспортҡа сыҡҡанға тиклем. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ”.