БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, парламенттың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров байрам алдынан Башҡортостандан Донбассҡа гуманитар йөк оҙатып барғайны. 10 матта ул социаль селтәрҙә сәйер яҙма ҡалдырҙы. "ДНР-ҙа 8 һәм 9 мартта Дәүләт Йыйылышының Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетынан коллегабыҙ - депутат Алексей Локотченко менән осраштым. Башта осрашыу 8 мартҡа ғына планлаштырылһа ла, тормош үҙенсә хәл итте: Алексейҙың хәрби иптәштәре, шулай уҡ Илдар Хәйбуллин менән ике көн дауамында 8 мартта килеп тыуған бер етди проблеманы хәл иттек. Беҙҙекеләр, һәр ваҡыттағыса, "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" девизына тоғролоҡ күрһәтте. Проблема хәл ителде", - тигәйне. Ниндәй проблема һуң? Баҡһаң, Донецк ҡалаһы тирәһендә беҙҙең ылауға дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. Ул машинаның кабинаһына төбәлгән булған, әммә шәп барыу арҡаһында ситтәрәк шартлаған. Һөҙөмтәлә машинаға ярсыҡтар эләгә һәм яғыу
Башҡортостандан барған гуманитар ылауға һөжүм иткәндәр
12 марта 202412 мар 2024
1
1 мин