Республика һайлауға һәм ташҡынға әҙерләнә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбелә, Мәскәүҙә, Ростех йәмғиәтендә эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Ошо турала республика етәксеһе видеоселектор кәңәшмәһе барышында белдерҙе. Төбәк Хөкүмәте ултырышында ҡаралған көнүҙәк мәсьәләләр исемелегенә хәҙер ташҡынға әҙерлек тә өҫтәлде. Ҙур һыуҙы имен уҙғарыу беренсе урынға сығарыла. Дүшәмбе Башҡортостандың мәҙәни тормошонда тарихи ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ. Республикала тәүге тапҡыр ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле төҙөлә. Ошо турала айырым Указ да бар. Документты Радий Хәбиров аҙнаның беренсе эш көнөндә шәхсән имзаланы. Аҙнаның беренсе эш көнөндә иғлан ителгән белдереүҙәр бының менән тамаланмай. Алдағы кесаҙна, 14-се мартта республика райондарына 250 автобус тапшырыла. Өр-яңы йәмәғәт транспорты шул көндә үк эш башларға тейеш. Әйткәндәй, автобустар Президент программаһына ярашлы ҡайтарыла. Шулай ҙа, Башҡортостан алдында был аҙнала торған иң ҙур бурыс – Рәсәй Президентын һайлауҙарҙы ойоштороу һәм уҙғар