Диндарҙар Рамаҙан – Шәриф айына аяҡ баҫты 1 ай дауамында донъя мосолмандары тәүлектең яҡты мәлендә ризыҡ менән һыуҙан тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә. Кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү. Изге ай Ураҙа Ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул апрелдең 10-на тура килә. 10 март ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан-Шәрифкә аяҡ баҫты. Кешене яуаплылыҡҡа, түҙем¬леккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәтеүсе ғибәҙәт быйыл 30 көн дауам итә. 1-се Йәмиғ мәсетендә тик Рамаҙан айында ғына уҡыла торған тәүге Тәрәуих намаҙы башҡарылды. Таҙарыныу һәм тыйылыу ваҡыты – тәү сиратта насар уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән.Кем ялған, насар һүҙҙәрҙән тыйылмай, уларҙың ашап-эсеүҙән тыйылыуының Аллаһ алдында баһаһы юҡ, тиелә Ҡоръән Кәримдә. Иң мөһиме, изге айҙа кеше үҙ нәфсеһен тыйырға өйрәнә, уны тәрбиәләй. Ә камиллыҡтыҡ сиктәре юҡ, ти Альбина Хафизова. Мосолмандар өсөн үмрә, йәки кесе хаж ғәмәлен ураҙа айында үтәү айырыуса һөйөнөслө. Быйыл Рамаҙан ай