Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күптәр трансплантацияға мохтаж

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шумаков үҙәге директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе – трансплантологы Сергей Готье менән осрашты. Һуңынан төбәк етәксеһе медицина учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышты. Радий Хәбиров шулай уҡ Ишембай районынан ятҡан пациенттарҙың палатаһында булды. Унда 10 айлыҡ сабый бауыр трансплантацияһын көтә. Шумаков үҙәге менән танышҡандан һуң, Башҡортостан Башлығы республиканың медицина учреждениеһы менән хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләне. – Күп кенә табиптарыбыҙ, трансплантология өлкәһендәге белгестәр бында стажировка үтә һәм үҙенсәлекле тәжрибәләрҙе үҙләштерә. Был донъяның төп трансплантология үҙәге булып тора. Күптәр трансплантацияға мохтаж, шул иҫәптән Башҡортостанда ла. Беҙ Сергей Владимирович менән трансплантология хеҙмәтен, донорлыҡты үҫтереү буйынса эште дауам итергә һөйләштек. Беҙҙә Республика клиник дауаханаһында һәм Республика кардиология үҙәгендә трансплантация эшләйҙәр, – тине Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru