Архангелдең Абҙан ауылындағы “Өмөт” башҡорт халыҡ театрын “райондың йөҙөк ҡашы” тип атайҙар. 1951 йылдан алып эшләгән сәнғәт ойошмаһы бындай исемгә ысынлап лайыҡлы. Уның әлеге етәксеһе – үҙ эшен ихлас яратып башҡарған, халыҡ һөйөүен яулаған, әүҙем, дәртле, ижади күңелле милләттәшебеҙ Вәлимә Ишбулды ҡыҙы Өмөтбаева. – Мин – Ҡатай ырыуы ҡыҙымын. Белорет районының Арышпар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуғанмын, – ти ул. – Урындағы мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт-мәғрифәт техникумында уҡыным. Тәүҙә тыуған ауылымда клуб мөдире булдым, унан, кейәүгә сыҡҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт театрында эшемде дауам иттем. Беренсе ҡыҙым тыуғас, беҙҙе Архангел районының мәҙәниәт бүлегенә саҡырып алдылар. Абҙан ауылындағы халыҡ театрына режиссер вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Вәлимә Ишбулды ҡыҙы һөйләүенсә, театрҙың тарихы бай. Ул электән үк драма түңәрәге булараҡ эшләп килгән. Киң билдәле классиктарҙың әҫәрҙәрен ҡуйғандар. Иң тәүҙә етәксе булып һоҡланғыс сәхнә оҫтаһы, шәп гармунсы, үҙе