Сибайҙан Оксана 18 марттан бирле 31 йәшлек ире Вадим Николаевтан хәбәр көтә. Эшсенең өйҙә ике ҡыҙы ҡалған: береһенә - дүрт, икенсеһенә туғыҙ йәш. “КП-Өфө” вахтасының ҡатыны менән әңгәмәләшкән. Вадим Николаев йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ өлкәһендә тәжрибәле белгес булып һанала. 2010 йылдың икенсе яртыһында ул Сибайҙың баҡыр карьерында эшләгән. 2018 йылда уның быҫҡып ятыуы арҡаһында ҡалала ҙур экологик проблемалар башлана. Һөҙөмтәлә карьерҙы һыу менән тултырырға тура килә һәм урындағы кешеләр эшһеҙ ҡала. Улар араһында Вадим да була. Йәш белгес Учалы ҡалаһындағы шахтала эшләй башлай. Күпмелер ваҡыт үткәс, Вадим эштән сыға һәм Амур өлкәһендәге алтын сығарыу руднигына барыу варианты килеп сыға. Унда йәш егетте дуҫы Ролан саҡыра. Амур өлкәһенә тәү тапҡыр улар февраль айында юллана. Тик Вадимдың ауырып китеүе арҡаһында вахтанан иртәрәк ҡайтырға тура килә. Бер нисә аҙна өйҙә булғас, 15 мартта ул кире Ролан менән бергә вахтаға китә. Шул уҡ ваҡытта ул аҡса эшләргә һуңғы тапҡыр барам, башҡа аяғымды баҫмаясаҡмын, тип тә белдергән. – 18 мартта ул минең менән бәйләнешкә сыҡты. Уның ҡан баҫымы күтәрелгән ине. Миңә үҙен насар тойоуы хаҡында яҙҙы. Әгәр медицина комиссияһында ла ҡан баҫымым юғары булһа, миңә эшләргә рөхсәт итмәйәсәктәр тигәйне. Был уның һуңғы һүҙҙәре булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре уны нисек сменаға үткәргәндер ул, белмәйем, – тип һөйләгән Вадимдың тормош иптәше. Тәүҙә Оксана ер аҫтында ҡалыусы вахтасыларҙың араһында ирем юҡтыр тип ышана, әммә һуңынан зыян күреүселәрҙең исемлегендә таныш фамилияны күрә. Хәҙер ҡатын рудниктан килгән хәбәрҙәрҙе даими күҙәтә һәм, ҡыҙҙарын артыҡ борсомаҫ өсөн, тыныс булып ҡалырға тырыша. – Бәләкәй ҡыҙым әле бер нимә лә аңламай, ә өлкәне илай, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара һәм атаһын көтә. Беҙҙең балаларыбыҙ бәләкәй булғанға күрә, мин Амур өлкәһенә бара алмайым. Мөмкинлек сыҡһа, унда Вадимдың апайы барасаҡ. Роландың ҡатыны әлеге ваҡытта шунда, уның менән һәр саҡ бәйләнештәмен. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында уға ҡотҡарыу мөмкинлектәре 50/50 тигәндәр. Беҙ шахта һәм эшселәр өсөн яуаплы булған начальниктар менән бәйләнешкә инергә тырышабыҙ. Әммә улар бер ни ҙә өндәшмәй. Бер кем дә бер нәмә лә һөйләргә һәм һорауҙарға яуап бирергә теләмәй. Эшселәр әйтеүенсә, шахта емерелгәндән бирле етәкселәр урында күренмәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Пионер” руднигында 18 мартта ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Унда тау тоҡомдарының ишелеп төшөүе арҡаһында 13 шахтер, шул иҫәптән 31-48 йәшлек биш яҡташыбыҙ – Вадим, Ролан, Юрий, Олег һәм Эмиль ер аҫтында ҡалды. Улар менән бәйләнеш һаман да юҡ. Фото: “КП-Өфө”
Үҙемде насар тоям, эшләргә рөхсәт итмәҫтәр ул, тип яҙғайны...
23 марта 202423 мар 2024
2 мин