Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәйғор"ҙо йәйғорҙай балҡыта

Әбйәлилдә талантлы халыҡ йәшәй: торғаны менән әртистәр, йыр-моңға маһирҙар, дәртле бейеүселәр. Асҡар ауылының мәҙәниәт һарайында талантлы режиссер Илүзә Шәйәхмәтова етәкселек иткән “Йәйғор” халыҡ театры артистары тамашасыларҙы йыл һайын яңы премьералар менән ҡыуандырып тора. “Йәйғор”ҙар үҙҙәренең таланты менән һәр саҡ йәйғорҙай балҡый, тиеү артыҡ булмаҫ. Коллектив үҙҙәренең спектаклдәре менән ауылдарға ла сыға, уларҙы һәр ерҙә яратып ҡаршы алалар, көслө алҡыштарға күмеп оҙаталар. «Йәйғор» халыҡ театры репертуарында һуғыш, тылдағы ауыр тормош темаһын сағылдырған етди драма әҫәрҙәре байтаҡ. 2005 йылда «Йәйғор»ҙар И. Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре», 2009 йылда Ғ. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», 2015 йылда К. Аҡбашевтың «Йәшлегем тирәктәре», 2018 йылда Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» пьесаһын сәхнәгә ҡуйған. «Йәшлегем тирәктәре» менән Бәләбәй ҡалаһында уҙған халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә» төбәк-ара фестивалендә өсөнсө урын яулаған. «Йәйғор» халыҡ театры артистарға ныҡ бай тип әйтеп булмайҙыр. Әммә сәнғәткә ғашиҡ, театрға тоғро тотороҡло һәм бер ғаилә кеүек татыу коллектив туплаған Илүзә Шәйәхмәтова. Шуныһы иғтибарға лайыҡ — бында тотош ғаиләләр менән уйнайҙар, актерҙар династиялары формалаша. Һәм «Йәйғор»ҙоң бөтә артистарының да күп яҡлы талант эйәләре булыуҙарын билдәләү кәрәк. Режиссер Илүзә Шәйәхмәтова туплаған ижади төркөм үҙ тамашасыларын һәр саҡ яңы спектаклдәр менән ҡыуандырыуын дауам итә. — 20 йылға яҡын театрҙа эшләү осоронда байтаҡ тәжрибә тупланым, берәй әҫәрҙе уҡып сығыу менән ошондайыраҡ кеше кәрәк тип, шул ролгә килешле берәйһен эҙләй башлайым. Уҡытыусыбыҙҙың режиссерҙың күҙе үтә күрергә, һеҙ халыҡ араһынан үҙегеҙгә яраҡлы әртистәрҙе һайлай белергә тейеш тигәнен онотмайым, — тине Илүзә Шәйәхмәтова. — Элеккеләре лә, яңылары ла һынатманы, тап мин күргәнсә итеп уйнай алды, шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт. Театрға балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итергә бурыслыбыҙ, туған телде яҡшыраҡ белеү, әҙәбиәт һәм сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү — изге һәм мөһим эш. Киләһе миҙгелдәрҙә лә «Йәйғор» халыҡ театры йәйғорҙай балҡып, яңы спектаклдәре менән ҡыуандырыр, коллектив яңы исемдәр менән тулыланыр һәм тамашасы һәр саҡ “Йәйғор”ҙарҙы һәр ерҙә көтөп ҡалыр тип ышанабыҙ. Илүзә Шәйәхмәтоваға артабан да уңыштар юлдаш булһын! Әйткәндәй, Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә Халыҡ-ара театрҙар көнө айҡанлы ойошторған “Халыҡ таланттары” конкурсында ҡатнаша. Әбйәлилдәргә әүҙемерәк тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фото: Динара Сафиуллина.