Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһындағы ҡот осҡос теракт булыуы тураһында алдан хәбәр иткәйнек. “Крокус Сити Холл”ға “Пикник” төркөмөнөң концертын ҡарарға йыйылған халыҡҡа ҡаршы ут асыла һәм янғын ойошторола. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 115 кеше һәләк булған. Уларҙың күпселеге ҡоралдан үлгән, шулай уҡ янғын ваҡытында төтөндән тонсоҡҡандар ҙа бар, тиелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарҙың тағы ла артыуы ихтимал, сөнки “Крокус Сити” бинаһының бөтә урындары ла тикшерелеп бөтмәгән. Ҡотҡарыусылар унда һаман янғынды һүндерә һәм емереклектәрҙе тикшерә. Ҡурҡыныс кадрҙар Телеграм-каналдарҙа баҫыла башланы. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтында ҡосаҡлашып ятҡан ғаиләләрҙе тапҡан. Бер бәҙрәфтә 28 кеше кәүҙәһе табылған, эвакуация баҫҡысында тағы 14 кәүҙә... 100-ҙән ашыу кеше дауаханала, 60 самаһы кешенең хәле ауыр тип баһалана. Улар араһында биш бала ла бар, береһенең ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Енәйәтселәргә килгәндә, әлеге ваҡытта 11 кеше ҡулға алынған. Шул иҫәптән атышты ойошторған дүрт кеше. Уларҙы