“Экспорт форсажы” акселерация программаһының бишенсе тармаҡ ағымы буйынса уҡыуҙы Башҡортостан Республикаһының 15 компанияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу барышында башланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Курс Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары өсөн генә үткәрелә. Ойошмаларға агросәнәғәт тармағының экспорт эшмәкәрлеген алып барыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән туғыҙ уҡытыу модулен үтергә кәрәк: “Экспорт һәм проект эшмәкәрлегенә индереү”, “Баҙар һайлау һәм һатып алыусы эҙләү”, “Экспорт маркетингы”, “Экспорт килешеүенең финанс шарттарын формалаштырыу”, “Экспорт килешеүен тормошҡа ашырыу”, “Эшлекле коммуникация”, “Күргәҙмәләрҙә һөҙөмтәле ҡатнашыу”, “Оҫта класс һәм һөйләшеү алыштары”. “Экспорт форсажы” акселерация программаһы бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларының экспорт потенциалын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һә
Республикала 15 компания “Экспорт форсажы” программаһы буйынса уҡый башланы
23 марта 202423 мар 2024
1 мин