Йоғошло ауырыуҙар сир тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы эләктергәндә барлыҡҡа килә һәм ауырыуҙан һау кешегә йоға. Инфекция бер нисә юл менән тарала. Тын алыу (быума, ҡыҙылса, сәсәк, туберкулез, дифтерия,ҡыҙамыҡ һ.б.), туҡланыу (бөтә эсәк инфекциялары, сальмоноллез, дизентерия, вируслы А гепатиты), енси (вируслы В һәм С гепатиты, ВИЧ-инфекция һ.б.), ҡан (вируслы В гепатиты, ВИЧ инфекциялары) юлдары аша йоға. Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларына шәхси гигиена ҡағиҙәләре, вакцинация, сынығыу, хәүефһеҙ эш шарттары инә. Туберкулез – йышыраҡ үпкәне зарарлаусы микобактериялар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән йоғошло сир. Уның шулай уҡ лимфа системаһын, һөйәктәрҙе, быуындарҙы, бәүел-енес ағзаларын, тән тиреһен, күҙҙәрҙе, нервы системаһын зарарлауы ихтимал. Медицина технологиялары юғары үҫешһә лә, ошоғаса туберкулезды еңә алғандары юҡ. ВИЧ инфекциялы пациенттарҙа туберкулез үҫеше ихтималлығы сәләмәт кешеләрҙәгегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Был иммун системаһының көсһөҙләнеүе һөҙөмтәһендә организмдың һ