Дүртөйлө татар драма һәм комедия театры 2017 йылдың 13 октябрендә ойошторола һәм 2018 йылдың 1 февралендә эшләй башлай. Тәүге көндәрҙән үк театрҙың художество етәксеһе итеп Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Хәмитйән улы Ғилманов тәғәйенләнә. Дүртөйлө татар драма һәм комедия театры - Дүртөйлө ҡалаһында берҙән-бер профессиональ театр. Биш йыл эсендә театрҙың даими тамашасылары барлыҡҡа килгән. Театр район күләмендәге Масленица, Һабантуй, Нептун көнө, скейт – “Иген” паркын асыу, Ҡупшы шыршы көнө, Ҡыш бабай резиденцияһын асыу тантанаһында, шулай уҡ башҡа байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Драма һәм комедия театрында 15 кеше эшләй. Театрҙа бөтә осор дауамында Ф. Бүләковтың “Яратаһыңмы-яратмайһыңмы?”, А. Коровкиндың “Бизнес класлы палата”, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”, балалар өсөн Г. Ғилмановтың “Шүрәлеләр ни атлы?", А. Ғилмановтың “Хужа” әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙе сәхнәләштергәндәр. Балалар өсөн “Әгәр дуҫым менән юлға сыҡһам", “Театр йөрәге”, ”Нимә ул яҡшы һәм нимә ул насар