Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ниндәй генә ризыҡ юҡ ине!..

Әбйәлил районының Асҡар мәҙәниәт йортонда Урал аръяғы башҡорттарының "Ҡомартҡы" республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы башланды. Сара шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, милли уйындарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу һәм һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Форум сиктәрендә "Ашъяулыҡ" милли аш-һыу оҫталары конкурсы ла үтте. Әбйәлил уңған­дарының ниндәй һыйҙары ғына юҡ: ит, һөт ризыҡтарынан әҙерләнгән төрлө аш-һыу тиһеңме, ҡамырҙан бешерелгән бауырһаҡ, бәлеш, бөйөрөк, ҡабарып бешкән икмәкме, талҡан төрҙәре булһынмы, ҡымыҙ-буҙамы – барыһы ла бар! Бигерәк тә онотола барған милли аш-һыуҙың түрҙән урын алыуы барыһын да һоҡландырҙы, хатта күптәре өләсәй-инәйҙәребеҙҙе аслыҡ йылдарында үлемдән һаҡлап ҡалған был ризыҡтарҙы тәүге тапҡыр күреүе ине. Милли аш-һыу оҫталары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошма һәм ауыл биләмәһе коллективтары тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәләрҙең һәр береһе тиерлек айырым бер темаға бағышланған, тематик өҫтәлдәр әҙерләнгән, ризыҡтар төрлөсә биҙәлгән. Конкурста бөтәһе 12 бәйгесе ҡатнашҡан һәм гран-приҙы буранғолдар яулаған. Шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнгән. Кисә лә форум үҙ эшен дауам итте, оҫта ҡулдарҙың эштәре түрҙән урын алғайны. Сара Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Гөлсөм Бикбулатованың сығышы менән тамамлана. Фото: "Осҡон" гәзите һәм Асҡар мәҙәниәт йорто төркөмөнән.