Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Келәш мәктәбенә яңы спорт ҡоролмаһы алына

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Образование”) Шишмә районы Келәш ауылының М. Кәрим исемендәге мәктәбенә яңы спорт инвентары һәм ҡоролмалар алынасаҡ, тип хәбәр итә район хакимиәте. - Юғары технологиялы һәм компьютерлы заманса йәмғиәттә хәрәкәт дефициты проблемаһы килеп тыуҙы. Был иһә балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеге боҙолоуға килтерә. Йәштәрҙе, мәктәп уҡыусыларын спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу өсөн төрлө уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышабыҙ, - ти Шишмә районының мәғариф идаралығынан физик культура һәм спорт буйынса әйҙәүсе белгесе Тимур Ситдиҡов. Белгестәр ҡорамалдарҙы һатып алыу эштәрен башлаған, улар йәйге каникулда йыһазландырыласаҡ. Турник, швед стенкаһы, гимнастика эскәмйәләре, прес эскәмйәләре һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйыу ниәтләнә. Яңы залда спорт ярыштары, физкультура-һауыҡтырыу саралары уҙғарыласаҡ. “Мәғариф” милли проекты илебеҙ балаларының һәләтен асыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.